Кешеләр тыуған, яралған һөйөүҙән
Һине осраттым, ғашиҡ булдым күптән
Рөхсәт итсе һин яратып һөйөргә
Матурлыҡты һиңә бүләк итергә.
Тышта ҡара төн, ә һин уйымда
Һөйәмен, янамын, һине мин көтәм
Саҡырам бит, бул янымда
Күрмәйһең, һиҙмәйһең, ә мин яратам!
Һиңә тип, һиңә төбәлгән күҙҙәр
Йырым, көйөм, утлы ҡайнар хистәр.
Тыуғанмын һинең өсөн тигән һүҙҙәр
Мәңгегә бергә тигән вәғәҙәләр.
Урал Ибатуллин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1