Күңелемдә һөйөү сатҡыларын
Уяттылар һоро күҙҙәрең,
Арбап алды минең йөрәгемде
"Һөйәм!", - тигән татлы һүҙҙәрең.
Ҡушымта:
Көтмәгәндә мине ғашиҡ иттең,
Йөрәгем тулды һөйөүгә.
Ғүмер буйы тоғро булып ҡал һин,
Дусар итмә янып-көйөүгә.(2 тапҡыр)
Саф мөхәббәт була тик бер тапҡыр
Йылда ла бит яҙҙар бер генә.
Йөрәгемә һөйөү бүләк иткән
Һөйгән кешем минең бер генә.
Ҡушымта:
Көтмәгәндә мине ғашиҡ иттең,
Йөрәгем тулды һөйөүгә.
Ғүмер буйы тоғро булып ҡал һин,
Дусар итмә янып-көйөүгә.(2 тапҡыр)
Әгәр һөйөү беҙҙе ҡауыштырһа,
Йөрәктәрҙә осҡон һибелһә.
Күҙҙәреңде көн дә күргем килә,
Мөхәбәтем бул һин мәңгегә.
Ҡушымта:
Көтмәгәндә мине ғашиҡ иттең,
Йөрәгем тулды һөйөүгә.
Ғүмер буйы тоғро булып ҡал һин,
Дусар итмә янып-көйөүгә.(2 тапҡыр)
Урия еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 4