күҙҙең яуын алыр имән ауҙы
шартлап ауҙы йәшен һуҡҡандай
баш осонда гүйә ҡояш һүнде
әйтерһең дә ваҡыт туҡталды
күк йөҙөнән төшкән турғай тубы
йәнен алып осто йәннәттәргә
саралар юҡ ҡайтыр юлдар ябыҡ
геү килешеп илап теләһәк тә
юҡһыналар һине урман-ҡырҙар
һине көтөп сусаҡ буҫыҡты
тауҙы тишеп сыҡҡан саф шишмәнән
күҙ йәшендәй әсе һыу сыҡты
күк йөҙөнән төшкән турғай тубы
йәнен алып осто йәннәттәргә
саралар юҡ ҡайтыр юлдар ябыҡ
геү килешеп илап теләһәк тә
араларҙан иртә киткәндәрҙән
үкенестәр ҡала тауҙарҙай
был доньянан толҡа тапмаҫ йәндәр
тынысланды икән ҡайҙарҙа
Урманшин Фәрүәз еще тексты
Другие названия этого текста
- Урманшин Фәрүәз - Саралар юҡ (0)
- Урманшин Фәрүәз - Саралар юҡ (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2