Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фәрит Бикбулатов - Уралдым моңдарыңа | Текст песни

Мин белмәйем Ер шарының
Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен
Беләм ҡайғы, шатлығыңа
Яҙмышыңа бәйләнгәнмен

Һарылғанмын һағышыңа
Сорналғанмын сәстәреңә
Тамсы булып һарҡылғанмын
Һинең ғәзиз йәштәреңә

Уралғанмын моңдарыңа
Уйылғанмын уйҙарыңа
Сыҡмаҫ өсөн юлыҡҡанмын
Һинең барыр юлдарыңа

Китеүҙәр юҡ, китеүҙәр юҡ
Китә алмаған мин диуанаң
Һин булғастын китеүҙәр юҡ
Китеүҙәр юҡ был донъянан

Мин белмәйем Ер шарының
Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен
Беләм ҡайғы, шатлығыңа
Яҙмышыңа бәйләнгәнмен

Һөйөү менән әйләндем мин
Мәңгелеккә мәңгелеккә
Әйҙә Ерем еләйек гелән
Изгелеккә, игелеккә.


Фәрит Бикбулатов еще тексты


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-