Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фадис Ганиев - Бала сак | Текст песни

Бала саҡ.
Көҙөн сәскән гөлдәр ҡар иреүгә
Шытып сыҡҡан һалҡын түтәлдә.
Шаян йүгереп ҡайтмаҫ бала сағым,
Ҡалды инде йыраҡ үткәндәр.

Ҡойолғандар инде шиңеп гөлдәр,
Эйеп ергә һары һабағын.
Кем бар икән ерҙә һағынмаған
Йәшлегендә ҡалған шул сағын?

Яра япраҡ гөлдәр иртә яҙҙа
Йәйҙәрендә сәскә атырға.
Ҡайтып киләм әле бала саҡҡа
Уйҙарыма инеп урарға.

Шау сәскәләр әле уттай гөлдәр,
Етәр ваҡыт, улар ҡойолор.
Тиле йәшлек, керһеҙ бала сағым
Ҡабат ҡайтҡан кеүек тойолор.

Фадис Ганиев еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1