Бына килде июнь тагы,
Тәбиғәттең матур сағы.
Иңенә йәшел шәл һалып,
Күркәмләнде тыуған яғым.
Шаян елгә иркәләнеп,
Көмөш ҡылған тулҡынлана.
Тыуған ерем, һиндәй гузәл
Ер бар микән был донъяла?
Ергә йылы нурын һибеп,
Куктә ҡояш көлөп тора.
Баш осонда һабан турғай
Йырлай-йырлай бейеп тора.
Шаян елгә иркәләнеп,
Көмөш ҡылған тулҡынлана.
Тыуған ерем, һиндәй гузәл
Ер бар микән был донъяла?
Матурлығын ожмахҡа тиң,
Ҡарап-ҡарап туя алмайым.
Күҙҙәремә килеп тулған
һағыш йәшен тыя алмайым.
Шаян елгә иркәләнеп,
Көмөш ҡылған тулҡынлана.
Тыуған ерем, һиндәй гузәл
Ер бар микән был донъяла?
Фанзиль Атауллин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1