Кәкүк (Kino cover)
Йырҙарҙың да әле күплеген,
Әйт әле беҙгә, кәкүк,
Һайра.
Ҡала ла йә ситтә йәшәргәме һуң,
Таштай ятырғамы әллә йондоҙҙай балҡырғамы?
Әйтсе, кәкүк.
Ҡояшым миңә һин ҡара,
Минең ҡулым йоҙроҡҡа әйләнде,
Дары булһа, ут һин һал,
Бына ошолай.
Кемдең артынан яңғыҙ барырға?
Көслө һәм батырҙар юҡҡа күптән сыҡты,
Яуҙарҙа.
Бер кем дә ҡалманы яҡты хәтерҙә,
Көслөләр сафтарҙа хәҙер һирәк,
Сафтар һирәк.
Ҡояшым миңә һин ҡара,
Минең ҡулым йоҙроҡҡа әйләнде,
Дары булһа, ут һин һал,
Бына ошолай.
Ҡайҙа һин хәҙер - яҡты иреклек,
Кем менән әле таңды ҡаршылайһың?
Әйт әле.
Бергә беҙгә шәп, һинһеҙ йәшәү юҡ,
Түҙемлеләрҙе Хоҙай үҙе аралаһын.
Аралаһын.
Ҡояшым миңә һин ҡара,
Минең ҡулым йоҙроҡҡа әйләнде,
Дары булһа, ут һин һал,
Бына ошолай.
Айбулат Ишназаров тәржемәһе
Фаниль еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1