Ахырызаман
I. Ниңә шулай ? Ниңә былай ?
Был донъяла йәшәп булмай .
Көнләшеүһеҙ, алдашыуһыҙ
Үтә ғүмер ышанысһыҙ.
Күпме гәзиттәр, журналдар
Ялған хәбәрҙәр,яңылыҡтар.
Телевизорҙың һәр каналында
Бөтмәҫ оятһыҙ пропаганда !
Ҡушымта :
Ошолор инде ахырызаман
Ҡайҙа ҡарама һуғыш һәм ҡан.
Эсеү,тартыу,урлашыу
Яҡты донъя менән хушлашыу…
II. "Бысраҡ" аҡсаларҙың артынан
Намыҫын онотоп халыҡ ҡыуа.
Сәскә ата илдә проституция
Наркомания һәм коррупция.
Исем өсөн булған һайлауҙар
Матур вәғәҙәләр, алдауҙар.
Имеш беҙҙең илдә демократия
Ысынында иһә монархия.
Ҡушымта :
Ошолор инде ахырызаман
Ҡайҙа ҡарама һуғыш һәм ҡан.
Эсеү,тартыу,урлашыу
Яҡты донъя менән хушлашыу…
III. Көн һайын туҡтауһыҙ хаҡтар арта
Йәмғиәттә енәйәт арта.
Эшһеҙҙәрҙең хәле мөшкөл
Ә башлыҡтарҙың ал да гөл.
Әммә ләкин ышанабыҙ
Килер замандар яуыздарһыҙ
Был ышанысты юғалтмаҫбыҙ
Көрәшергә беҙҙең бурыс !
Ҡушымта :
Ошолор инде ахырызаман
Ҡайҙа ҡарама һуғыш һәм ҡан.
Эсеү,тартыу,урлашыу
Яҡты донъя менән хушлашыу…
(2006,2011 © Фаниль Сынгизов
Запись сентябрь 2011 г. DIS PRODUCTION г.Сибай,март 2012 г.Runa Records г.Салават )
Фаниль Сынгизов еще тексты
Другие названия этого текста
- Фаниль Сынгизов - Ахырызаман (Runa_records_2012) (0)
- Фаниль Сынгизов - Ахырызаман (Ru_Records) (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1