1)Ҡояш йылмая, йәм йәшел бөтә донъя
Күкрәгемде ярып, йөрәк тылпына
Өйгә ҡайтам, ысын күңелем ҡанатлана
Яҙғы йылы ел бөгөн, мине оҙата
Ҡушымта:
Бер кем белмәһен
Йөрәгем серҙәрен
Кем төйәм, ниңә янам
Йоҙаҡҡа мин ябам
Бер кем белмәһен
Минең күңелем хистәрен
Кемдән ҡасам, ниңә ҡасам
Бер кемгәлер ҡасмам.
2)Бәғер серҙәрем, сыҡты күкрәгем ярып
Өмөтлө тора, унан алдым мин яуап
Кис осрашырға, ризалап бирҙе иртән
Ул да бит мине, оҡшата икән
Ҡушымта шул уҡ.
Фанис Султангулов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1