Һүҙҙәре(слова): Г.Рәшитова
Көйө(музыка): Р.Юльяҡшин
Оф.группа: http://vk.com/fan_graf_club
"Йондоҙҙарға ҡарап."
1.
Төнгө күктән бер йондоҙ атылды
Өлгөрмәнем теләк теләргә,
Һағындым шул, һине бик ныҡ һағындым,
Хәлдәреңде кемдән белергә?
Ҡушымта: (2 тапҡыр)
Минең теләк тик бер генә бары,
Бик ныҡ килә һине күрәһем,
Һинең моңһоу күҙҙәреңә ҡарап:
"Оноттоңмы, мине..?"-тиәһем.
2.
Исемеңде мең ҡат ҡабатлайым
Йондоҙҙарға ҡарап төндәрҙә,
Йөрәгемә тынғы таба(а)лмайым,
Һинең күңел хәҙер кемдәрҙә?
Ҡушымта: (2 тапҡыр)
Минең теләк тик бер генә бары,
Бик ныҡ килә һине күрәһем,
Һинең моңһоу күҙҙәреңә ҡарап:
"Оноттоңмы, мине..?"-тиәһем.
3.
Көтәм ергә йондоҙ атылғанын
Теләгемде ҡабат теләргә,
Һинең менән бергә булыр өсөн
Мин бит риза айға менергә!
Ҡушымта: (2 тапҡыр)
Минең теләк тик бер генә бары,
Бик ныҡ килә һине күрәһем,
Һинең моңһоу күҙҙәреңә ҡарап:
"Оноттоңмы, мине..?"-тиәһем.
____26 май 2012 йыл____
Фанур [FanGRAF] Ишмуратов. еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1