Мәтрүшкәләр
Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр,
Йыраҡтарҙан әсәй ебәргән.
Мәтрүшкәләр кипкән, мәтрүшкәләр,
Тыуған ҡырҙарымда тирбәлгән.
Тәрән һағыныуҙарҙан уйсанланған
Күҙ ҡарашым һеҙгә төбәлгән.
Әйтегеҙсе миңә мәтрүшкәләр,
Ни әйтергә әсәй теләгән?
Мәтрүшкәләр, мине уяттылар,
Һиҫкәндереп ғәмһеҙ төндәрҙә.
Мәтрүшкәләр кеүек киберһегеҙ
Өҙөлһәгеҙ тыуған ерҙәрҙән!
Фарида & Алсу еще тексты
Другие названия этого текста
- Фарида & Алсу - Матрушкалар (0)
- Рузиля Ишмухаметова - Матрушкалар (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1