Мөҙәрис Ғәзетдинов көйө
Ринат Хәйри шиғыры
Күпме таңдар һөйөп уятты ла,
Төндәр булып ҡасып киттеләр.
Маңлайыма йылдар бер-бер артлы
Ҡайып-ҡайып сигеү сиктеләр.
Кеше бәхетенән көнләшмәйем,
Кеше ҡайғыһынан көлмәйем,
Көҙөн сәскә атҡан ағас күрһәм,
Яҙ килгән тип шаулап йөрмәйем.
Таңдарҙың да төнгә әйләнгәнен
Ваҡыт та бит инде аңларға.
Тик һаман да бала саҡтағылай
Мин ышанам әле таңдарға.
Кеше бәхетенән көнләшмәйем,
Кеше ҡайғыһынан көлмәйем,
Көҙөн сәскә атҡан ағас күрһәм,
Яҙ килгән тип шаулап йөрмәйем.
Йөрәк йырҙарымды доға итеп
Таң нурына төрөп таратам.
Мин бит яҡташ, телдәш, моңдаштарҙы
Ихлас һөйөү менән яратам.
Кеше бәхетенән көнләшмәйем,
Кеше ҡайғыһынан көлмәйем,
Көҙөн сәскә атҡан ағас күрһәм,
Яҙ килгән тип шаулап йөрмәйем.
Фәдис Ғәниев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1