Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фәдис Ғәниев - "Уф" тимәгеҙ | Текст песни

(Наил Шәймәрҙәнов көйө,
Хәмит Хәлил һүҙҙәре)

Ай ҡалҡҡанда, сайҡалғанда
Йондоҙҙар күрһәң ине.
Аға һыуҙар, иҫә елдәр,
Ғүмерҙәр уҙа инде.
Аға һыуҙар, иҫә елдәр,
Ғүмерҙәр уҙа инде.

Ҡушымта:
Эй, дуҫтарым, “уф” тимәгеҙ,
“Уф” тиергә ярамай.
“Уф” тиеү йөрәктән сыға,
Ярамайға ҡарамай.

Һыу буйында сәскә йыйҙым,
Йыйманым һарыларын.
Һин дә тапһаң, миңә лә бир
Сабырлыҡ дарыуҙарын.
Әгәр тапһаң, миңә лә бир
Сабырлыҡ дарыуҙарын.

Ҡушымта.

Йәш саҡтарҙа Донбасстарҙа
Мин дә киҫтем таш күмер.
Әкрен генә, һиҙҙермәйсә
Үтә икән был ғүмер.
Әкрен генә, һиҙҙермәйсә
Үтә икән был ғүмер.

Ҡушымта.

Фәдис Ғәниев еще тексты


Видео
    Нет видео
    -
    Оценка текста
    Статистика страницы на pesni.guru ▼
    Просмотров сегодня: 1