Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фәдис Ғәниев - Эй дуҫтарым,уф тимәгеҙ | Текст песни

Ай ҡалҡҡанда, сайҡалғанда
Йондоҙҙар күрһәң ине.
Аға һыуҙар, иҫә елдәр,
Ғүмерҙәр уҙа инде.
Аға һыуҙар, иҫә елдәр,
Ғүмерҙәр уҙа инде.

Ҡушымта:
Эй, дуҫтарым, “уф” тимәгеҙ,
“Уф” тиергә ярамай.
“Уф” тиеү йөрәктән сыға,
Ярамайға ҡарамай.

Һыу буйында сәскә йыйҙым,
Йыйманым һарыларын.
Һин дә тапһаң, миңә лә бир
Сабырлыҡ дарыуҙарын.
Әгәр тапһаң, миңә лә бир
Сабырлыҡ дарыуҙарын.

Ҡушымта.

Йәш саҡтарҙа Донбасстарҙа
Мин дә киҫтем таш күмер.
Әкрен генә, һиҙҙермәйсә
Үтә икән был ғүмер.
Әкрен генә, һиҙҙермәйсә
Үтә икән был ғүмер.

Фәдис Ғәниев еще тексты


Другие названия этого текста
  • Ф.Ганиев - Эй дустарым,уф тимагез (0)
  • Фәдис Ғәниев - Эй дуҫтарым,уф тимәгеҙ (0)
Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1