ҒҮМЕР КӨҘӨ
Икәү етәкләшеп килеп керҙек
Ғүмерҙәрҙең алтын көҙөнә,
Алтмышыбыҙ сағыу нурын һибә
Аяҙ тормошобоҙ күгендә.
Беҙ ултыртҡан йәшлек ағастары
Күптән инде емеш биргәндәр,
Яндарында йәп-йәш ҡыуаҡтары
Ҡурпыланып үҫеп киткәндәр.
Көҙөбөҙгә килеп керһәк тә беҙ,
Йәшел яҙҙай күңел йәш әле,
Әле беҙҙең тормош йәмен күреп
Үҙебеҙ өсөн йәшәр мәл әле!
Насип булһын ғүмер көҙөндә лә
Парлы һуҡмаҡтарҙан үтергә,
Ағастарҙың татлы емештәрен
Икәү бергә ауыҙ итергә!
Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева
20.09.2012
Фәүзиә Ҡотлогилдина үҙенең шиғырын уҡый еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1