ҺӘЙКӘЛ ЯНЫНДА
Халыҡ шағире Мәжит Ғафуриҙең 135 йыллыҡ Юбилейенә һәм Ғафури районының 85 йыллығына арнап
Мәжит ағайымды хәтерләргә
Бөгөн бик күп халыҡ йыйылды,
Үҙе тыуған яҡта яҡташтары
Йыйҙы бөгөн оло йыйынды.
Аҡ йорт алды тулы ябай халыҡ
Хәтерләйҙәр тыуған көнөңдө...
Ошо мәлдә һәйкәл телгә килеп
Әйтте шағир ағам телендә..
*Сәләм һеҙгә , минең яҡташтарым!
Мин бит тере! Мин бит үлмәнем!
Йәнем һеҙҙең янда..бары тәнем
Әлеге заманды күрмәне..
Тере булырмын мин иҫләгәндә
Йәшәрмен мин музей-йортомда,
Йылы һыулы Еҙем ағып ятҡан,
Ҡаран шишмә сыҡҡан ауылымда.
Мин йәшәрмен халыҡ күңелендә
Әйткән саҡта минең исемде,
Башҡортостан тигән данлы илдең
Булдым тәүге халыҡ шағире!
Халҡым күңелендә мин теремен,
Театрҙа, парк, урамда..
Үҙем тыуған яҡта исемемде
Төбәк башына ла ҡушҡанда..
Мин бик шатмын! Гимназия тулы
Үҫә тырыш, рухлы балалар,
Киләсәктә ошо уҡыусылар
Үҙ заманын данлап яҙырҙар!
Беҙ яулаған Автономияны
Бирә күрмәгеҙ ят ҡулдарға!
Ошо минең һеҙгә әйтер һүҙем,
Яҡташтарым, ҡыҙ һәм улдарға!
Мин йәшәрмен һеҙҙең күңелдәрҙә
Онотмайса телгә алғанда,
Уҡыусылар шиғырҙарым ятлап,
Шағирҙәре шиғыр яҙғанда..
Һәйкәлдәр…ул таш һын ғына түгел..
Һәйкәлдәр ул - халыҡ хәтере!
Хөрмәт менән иҫкә алған саҡта
Һеҙҙең хәтерҙәрҙә мин тере!*
Ишеттем мин Мәжит ағайымдың
Йән түренән сыҡҡан һүҙҙәрен...
Яҙғандары тере, үҙе тере!
Йәнле бөгөн ағам һәйкәле...
Онотмайбыҙ бөйөк Остазыбыҙ!
Һин мәңгегә беҙҙең арала!
Һин төҙөшкән Башҡорт иленең дә
Даны алыҫтарға тарала!
Яҡташтарың төбәк йылъяҙмаһын
Йөҙ ҡыҙартмаҫ итеп яҙалар,
Ғафури әләмен юғары тотоп
Ышаныслы алға баралар!
Ана, күрсе, бөгөн күпме халыҡ
Һине иҫләп хәтер яңырта,
Тормош та бит хәҙер шундай матур!
Ҡояшлы көн! Алһыу таң ата!
Фәүзиә Ҡотлогилдина- Алтынбаева
15.08.2015
Фәүзиә Ҡотлогилдина шиғыры еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2