ИКЕ ҠЫҘЫМ
Иртә-кисен шөкөр итәм,Раббым,
Бүләк иттең миңә ике ҡыҙ,
Апай-һеңле бәхете бирмәгәнгә
Булмаһын тип донъяла яңғыҙ.
Серҙәремде яҡын дуҫтар күреп
Иң тәүҙә мин һеҙгә һөйләйем,
Ауырлыҡтар еңеләйеп ҡала
Уртаҡлашһам һеҙҙең менән мин.
Бер шатлығым өс тапҡырға арта
Бергәләшеп әгәр һөйөнһәк,
Ҡайғылар ҙа таралышып китә
Урталарға һалып көйөнһәк.
Үҙегеҙ ҙә ике ҡыҙлыһығыҙ,
Бәхеттең был иң-иң ҙурыһы,
Улдарығыҙ - атай даны булһа,
Ҡыҙҙарығыҙ - һеҙҙең күҙ нуры!
Ике ҡыҙым минең - ике ҡанат
Иҫән генә була күрегеҙ,
Бөтөн байлыҡтарҙан артығыраҡ
Һеҙҙең әйткән матур һүҙегеҙ!
Фәүзиә Ҡотлогилдина
Фәүзиә Ҡотлогилдина шиғырын уҡый еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1