КЕЙӘҮҘӘРЕМ
Унар йыллыҡ менән һыналғандар
Кейәүҙәрем-минең улдарым,
Ҡыҙҙарымды-наҙлы гөлдәремде
Тапшырғандар һеҙгә ҡулдарым.
Ялан булып ятҡан буш ерҙәрҙә
Донъяларҙы төҙөк иттегеҙ,
Сәскә атып килгән гөлдәремә
Һулытмайса һыуҙар һиптегеҙ.
Йәмләһендәр һеҙҙең әйөгөҙҙө
Тормош сәскәләре-балалар,
Уларҙың бит барлыҡ бәхеттәре
Кейәүҙәрем,һеҙҙән торалар.
Хәҙер инде ныҡлы әйтә алам,
Кейәүҙәрем––уңған,аҡыллы,
Һаҡла,Раббым,минең кейәүҙәрҙе
Улар-ҡыҙҙарымдың яртыһы !
Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева
16.12.2011
Фәүзиә Ҡотлогилдина шиғырын уҡый еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1