ТОРМОШ ЮЛДАШЫМА
Минең өлөшөмә һин төшкәнһең,
Һинең өлөшөңә мин төштөм,
Һайланмайса өлөштәрҙе тотоп
Йәнәшәләп атлап беҙ киттек.
Тормош тип аталған был донъяла
Атланыҡ беҙ төрлө юлдарҙан,
Әммә үҙебеҙҙең өлөштәрҙе
Төшөрмәнек һис тә ҡулдарҙан.
Ул юлдарҙың булды ауырҙары,
Булды киңдәре һәм тарҙары,
Ҡайһы ваҡыт еңел генә барҙыҡ,
Булды һикәлтәле тауҙары.
Ә барыбер бер ҙө арыманыҡ
Ниндәй генә юлдар уҙһаҡ та,
Сөнки беҙгә көс-ҡеүәт бирерлек
Өлөшөбөҙ бар бит ҡулдарҙа!
Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбаева
19.12.2011
Фәүзиә Ҡотлогилдина шиғырын уҡый еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1