Булһа булһын ерҙә меңәр йондоҙ
Һиңә осор инем туп-туры
Минең өсөн иң-иң аҡыллыһы
Минең өсөн иң-иң матуры.
Ҡайғы төшһә әгәр баштарыңа,
Саҡыр мине килеп етермен.
Күңелеңдең әрнең һағыштарын
Үҙем менән алып китермен.
Минең йәнем һиндә
Үҙемдәндә яҡын һин миңә
Кәрәк буһа булған ғүмеремде
Бүләк итер инем мин һиңә.
Ҡайғы төшһә әгәр баштарыңа
Саҡыр мине килеп етермен
Күңелеңдең әрнең һағыштарын
Үҙем менән алып китермен.
Булған бәхетеңдең ҡәҙрен белеп
Рәхәтләнеп йәшә йәнәшем
Гел шат булһын һинең күңелдәрең
Гел йылмайып торһон ҡарашың
Ҡайғы төшһә әгәр баштарыңа
Саҡыр мине килеп етермен
Күңелеңдең әрнең һағыштарын
Үҙем менән алып китермен.
Фидан Ғафаров еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1