Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фидан Ғафаров - Һандуғас | Текст песни

Дим талына ҡунып,
Кемде көткән булып,
Һайрай икән һары һандугас?
Нисек түҙһен кошҡай,
Минең серҙәш дуҫҡай,
Эскәйҙәре тулы моң булгас?

Көтөү еңел түгел;
Һыҙлана шул күңел,
Хәлдәребеҙ бер үк, һандугас.
Айырһа ла яҙҙар
Йәйен, ярай, һин бар.
Нишләрмен һуң ҡышын, ҡар яугас?

Сагынмаса ул бит,
Көтмәҫ ине лә бит,
Һайрамаҫ та ине һандуғас
Көтә-көтә арып,
Һағыштарҙан янып,
Һарғайғандыр, ахры, һандугас.

Көтөү еңел түгел;
Һыҙлана шул күңел,
Хәлдәребеҙ бер үк, һандугас.
Айырһа ла яҙҙар
Йәйен, ярай, һин бар.
Нишләрмен һуң ҡышын, ҡар яугас?

Фидан Ғафаров еще тексты


Другие названия этого текста
  • Фидан Ғафаров - Һандуғас (0)
  • Фидан Ғафаров - Нишләрмен һуң ҡышын ҡар яугас (0)
Видео
    Нет видео
    -
    Оценка текста
    Статистика страницы на pesni.guru ▼
    Просмотров сегодня: 1