Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фидан Ғафаров - Бик һағындым һине... йәшлегем... | Текст песни

Бик һағындым һине йәшлегем,
Һағыштарым баҫа иңдәргә.
Бер ҡайтаһы ине яңынан
Ғүмер яҙындағы көндәргә
Бик һағындым һине йәшлегем!

Бик һағындым һине йәшлегем,
Һағынғандай ҡоштар яҙҙарҙы.
Бер тояһы ине яңынан
Шул яҙҙарҙа ҡалған наҙҙарҙы.
Бик һағындым һине йәшлегем

Нишләргә, эҙләп табар өсөн нишләгә,
Ҡайтыр юлды ҡайҙан эҙләргә?
Бик һағындым һине йәшлегем!
Йыш керәһең никтер төштәргә.

Бик һағындым һине йәшлегем
Уйлата шул ярһыу үткәндәр
Юлын табып ҡайта алһам да
Юҡтыр унда мине көткәндәр
Бик һаҡындым һине йәшлегем.

Нишләргә, эҙләп табар өсөн нишләгә,
Ҡайтыр юлды ҡайҙан эҙләргә?
Бик һағындым һине йәшлегем!!!!Эээх!!!
Йыш керәһең никтер төштәргә.

Нишләргә, эҙләп табар өсөн нишләгә,
Ҡайтыр юлды ҡайҙан эҙләргә?
Бик һағындым һине йәшлегем!!!!Ээээх!!!
Йыш керәһең никтер төштәргә


Фидан Ғафаров еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1