Заһир:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Осрашҡандар көндәр төн менән.
Был донъяны белгәнемдән алып,
Һинең барлығыңды мин беләм.
Һин ҡайҙа, мин шунда, Галиям,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мөхәббәт алдында баш эйәм,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Галиям.
Галия:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Йөрәгемә ҡунды ялҡыны.
Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ
Һөйөү булғандыр ул, ахры.
Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым,
Йыраҡтан эҙләгән яҡыным.
Йөрәктә ҡабынған ялҡыным,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым.
Заһир:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Ғүмерҙәре янып юғала.
Галия:
Ә мөхәббәт ғүмерҙәрҙән оҙон,
Мәңге яна, мәңге йырлана.
Заһир, Галия бергә:
Һин ҡайҙа, мин шунда, Галиям, /Заһирым/,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мөхәббәт алдында баш эйәм,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Галиям, /Заһирым/.
Фидан Ғафаров һәм Нуриә Ирсаева еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3