Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары,
Шулдыр инде яҙҙың ташып ярһыуҙары.
Аҡты беҙҙең ҡар өҫтендә ҡалған эҙҙәр,
Аҡты илап, икәү бергә һалған эҙҙәр.
Һин — ғүмер ағыштарым,
Һин — минең һағыштарым,
Һин — минең шатлыҡ инең,
Юғалтыу, табыштарым.
Һин — минең һағыштарым
Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға,
Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға
Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да
Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.
Һин — ғүмер ағыштарым,
Һин — минең һағыштарым,
Һин — минең шатлыҡ инең,
Юғалтыу, табыштарым.
Һин — минең һағыштарым.
Менә инде тағы ергә ҡарҙар яуа,
Бөтө нәмә туңған төҫлө ҡар аҫтында.
Аға һыуҙар, айҙар аға, йылдар аға,
Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.
Һин — ғүмер ағыштарым,
Һин — минең һағыштарым,
Һин — минең шатлыҡ инең,
Юғалтыу, табыштарым.
Һин — минең һағыштарым
Фидан Ғафаров еще тексты
Другие названия этого текста
- Фидан Ғафаров - Ҡышҡы романс /минус/ (0)
- Фидан Ғафаров - Ҡышҡы романс /минус/ (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1