Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фидан Ғафаров - Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары | Текст песни

Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша
Һау бул инде тыуған оябыҙ.
Офоҡтарға ҡарап осар өсөн,
Иңдәрҙә беҙ ҡанат тоябыҙ.
Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары
Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр
Ошо һуңғы моңло сыңлауы

Ҡыңғыраулы,ҡыңғыраулы
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары!

Алда әле заман имтиханы,
Күп һынауҙар әле үтәһе.
Маҡсаттарға әле ирешәһе,
Хыялдарҙы ысын итәһе.
Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары
Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр
Ошо һуңғы моңло сыңлауы.

Ҡыңғыраулы,ҡыңғыраулы
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары!

Офоҡтарға беҙҙе саҡырҙың һин
Күңелдәргә бирҙең ынтылыш
Һуңғы звонок бул һин беренсеһе
Һин ҡаршы ал беҙҙе ҙур тормош
Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары
Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр
Ошо һуңғы моңло сыңлауы.

Ҡыңғыраулы,ҡыңғыраулы
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары!


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 6
Популярное сейчас
Видео
Нет видео
-