Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фидан Гафаров - Һин ғүмер ағыштарым | Текст песни

Ҡышҡы романс

Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары,
Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары.
Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр,
Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр…

Һин – ғүмер ағыштарым,
Һин минең һағыштарым,
Һин – минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу – табыштарым,
Һин – минең һағыштарым.

Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға…
Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға.
Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да
Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.

Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа,
Бөтә нәмә туңған төҫтә ҡар аҫтында.
Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға,
Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.

Другие названия этого текста
  • Кышкы Романс - Һин – ғүмер ағыштарым, (0)
  • Фидан Гафаров - Һин ғүмер ағыштарым (0)
  • Mauzer Sax - Кышкы Романс (Әтиемә) (0)
  • Фидан Гафаров - Кышкы романс (минус) +1 (0)
  • Фидан Гафаров - КЫШКЫ РОМАНС (минус) 1 пример (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Популярное сейчас
Видео
Нет видео
-