Йөрәктәр ҡушылды, | ә юлдар айрылды –
Уртаға ярылды тормоштар
Яртышар-яртышар | ҡалдыҡ беҙ – нишләрбеҙ
Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар?
Һөйгәнем - яттарҙа.
Моңһоу таң атҡанда | өҙөлә йәндәрем, өҙөлә
Хәсрәтем юғала, | шатлығым юл ала
Бер генә ҡараһам йөҙөңә.
Дөм ҡара төндәрҙә, | йондоҙҙар һүнгәндә
Йөрәкте саҡмалай сағырмын.
Менермен үрҙәргә, | төшөрмөн гүрҙәргә -
Яҙмыштан уҙмыштар табырбыҙ.
Фидан Гафаров еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1