Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фидан һәм Азамат Ғафаровтар - Бергә йәшәү - бүләк! | Текст песни

Һәр кемдең дә,ғәзиз балаһы бар,
Олоһо бар уның, кесеһе,
Һәр кемдең дә гәзиз әсаһе бар,
Атаһы бар-таяныр кешеһе,
Килер язҙар,етер йәмле йәйҙәр,
Ҡыштар ҙа бит түгел мәңгегә
Балаларым менән бергә йәшәп,
Айрылмаһаҡ ине мәңгегә

Был донъяла бергә йәшәү бүләк!
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
Ауыр саҡта ярҙам итешәйек,
Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек.

Күңелдә нур,йөрәктәрҙә сафлыҡ,
Хистәр ашҡына әллә ҡайҙарға.
Бәхет ташып, йәшлек булып балҡып
Йәшәйексе ғүмер ғүмергә.

Был донъяла бергә йәшәү бүләк
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
Ауыр саҡта ярҙам итешәйек
Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек!
Әсәйҙәрҙәрҙең ғүмерен теләйек!
Атайҙарҙың ҡәҙерен беләйек!

Фидан һәм Азамат Ғафаровтар еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1