Ф. Ҡасимов һәм Ф. Ғаззалова
Һандуғас
Май тыуғас, һайрай бер һандуғас –
Моңлана күңеле тулғас.
Мин көтәм, моң араһында,
Һиндә кил – күңел яҙына.
Һин кил – күңел яҙына,
Көтәм, моңом араһында.
Ҡушымта:
Һайрайҙа һандуғас, ҡояшлы май тыуғас
Һандуғас мөхәббәт йырсыһы.
Һандуғас һайрамай, болоттар таралмай –
Йәнемде һағыштар борсоһа.
Һандуғас тирәктә, моң һибә йөрәккә –
Кил бәғрем, һиндә кил тыңларға.
Тыңлайбыҙ бергәләп, донъялар түңәрәк
Һин барҙа янымда, һин барҙа.
Яп-яҡын, һайрай бер һандуғас:
Тауышы – күңел эсендә
Моңдары – йондоҙҙай һибелә,
Таңдары һиҙҙермәй килә.
Һин кил – күңел яҙына,
Көтәм, моң араһында.
Ҡушымта:
(Ике тапҡыр)
Йондоҙҙар йыһанда, күҙ асып йомғанда.
Йүгреп беҙ ғүмерҙе барабыҙ.
Һандуғас һайраһа, һин һөйөп ҡараһаң –
Төҙәлә күңелем яраһы.
Һандуғас тирәктә, моң һибә йөрәккә –
Кил бәғрем, һиндә кил тыңларға.
Тыңлайбыҙ бергәләп, донъялар түңәрәк
Һин барҙа янымда, һин барҙа.
Филүс Ҡасымов һәм Фәриҙә Ғаззалова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2