Муса Сиражи шиғыры
Киңлектәрҙе айҡап-байҡап,
Талпына бөркөт үрҙә.
Шул бөркөттәй ярһыу йәшлек
Ҡанатын йәйә ерҙә.
Урман яра, тау аҡтара
Йәштәрҙең көслө ҡулы.
Ҡалаларҙы тоташтыра (Йөрәктәрҙе ҡауыштыра),
Белорет – Шишмә юлы,
Белорет – Шишмә юлы.
Крандарға көндөҙ ҡояш,
Кисен йондоҙ, ай ҡуна.
Төнгө уттар әүерелә
Алһыу таңға яй ғына...
Урман яра, тау аҡтара
Йәштәрҙең көслө ҡулы.
Ҡалаларҙы тоташтыра (Йөрәктәрҙе ҡауыштыра),
Белорет – Шишмә юлы,
Белорет – Шишмә юлы.
Ут кеүектәр ир-егеттәр,
Ҡыйыуҙар бында ҡыҙҙар.
Күҙҙәрендә уйнай нурҙар,
Яңғырай дәртле йырҙар.
Урман яра, тау аҡтара
Йәштәрҙең көслө ҡулы.
Ҡалаларҙы тоташтыра (Йөрәктәрҙе ҡауыштыра),
Белорет – Шишмә юлы,
Белорет – Шишмә юлы.
Филүс Гәрәев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1