Хыянатың өтә бәғеремде
Бер яңғыҙым хәҙер нишләрмен
Аҡ ҡайындай ап-аҡ күңелемде
Ҡара күмер тиеп атайым
припев
Күңел илай ямғыр булып яуа
Ташлап китмә ҡояш батмаған
Ҡара булып ата таңдарым да
Таң йондоҙо һинһеҙ атмаған
---------------------------------------------—
Мин аңланым хәҙер йәшәүемде
Ярһыу ялҡынына һалаһың
Һағыш менән тулған күңелемә
Уңалмаҫлыҡ яра һалаһың
------------------------------------------------—
Иркәләйҙәр инең ҡосағыңда
Йомшаҡ ине һинең ҡулдарың
Белмәй нишләрмен мин һинһеҙ хәҙер
Наҙға һыуһап үтә йылдарым
(Хыянатың)(сл Рәүф Багаутдинов муз Денис Арсланов)
Филюс Валеев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3