Тыуған йортом алтын һарай түгел,
Юнып һалған атай ҡулдары.
Ошо йорттоң ошо тупһаһынан
Башландылар минең юлдарым.
Атай-әсәй йорто, көнкүрештәр
Шундай ябай, шундай яғымлы.
Ҡайтам әле, ҡайтам яндарына,
Ҡәҙерлеләремде һағынам.
Икмәк еҫе бөрккән тыуған йорттоң
Онотолмаҫ инде йәмдәре.
Күңел түрҙәремдә әсәй наҙы,
Ҡолағымда атай һүҙҙәре.
Тыуған йортто, зинһар, онотмайыҡ,
Тыуған тупһа нурлы ҡот һалыр.
Атай-әсәй доғалары беҙҙе
Бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарыр.
Фирүзә Париж еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1