БЫЛ ТӨН ҠАБАТЛАНМАҪ
Л.Һаҡмар шиғыры Ф.Шәрипова көйө
Был төн, беләм, башҡа ҡабатланмаҫ,
Бер кем һине миндәй ярата алмаҫ,
Исемеңде уйлап ҡанатланмаҫ –
Был төн, беләм, башҡа ҡабатланмаҫ.
Ҡушымта:
Уйҙар һәм мин – был төн ҡосағында,
Хәтирәләр – һөйөү усағында,
Килә ҡалһаң, һүнер төҫлө,
Хистәр тере һөйөү булһа ғына!
Саҡрымдарҙы уйҙар аҙым итер,
Уйҙарымда йәшлек яҙым етер,
Хыялдарым яндарыңа китер–
Саҡрымдарҙы уйҙар аҙым итер.
Ҡушымта:
Уйҙар һәм мин – был төн ҡосағында,
Хәтирәләр – һөйөү усағында,
Килә ҡалһаң, һүнер төҫлө,
Хистәр тере һөйөү булһа ғына!
Төштәреңдә мине күрһәң әгәр,
Сыҡма берүк яндарыма сәфәр,
Миңә етә төштәге саф мәлдәр–
Төштәремдә хыялдарым зәңгәр.
Ҡушымта:
Уйҙар һәм мин – был төн ҡосағында,
Хәтирәләр – һөйөү усағында,
Килә ҡалһаң, һүнер төҫлө,
Хистәр тере һөйөү булһа ғына!
Флера Шарипова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2