БЫЛ ТӨН БАШҠА ҠАБАТЛАНМАҪ
Был төн, беләм, башҡа ҡабатланмаҫ,
Бер кем һине миндәй ярата алмаҫ,
Исемеңде уйлап ҡанатланмаҫ -
Был төн, беләм, башҡа ҡабатланмаҫ.
Ҡушымта:
Уйҙар һәм мин - был төн ҡосағында -
Хәтирәләр һөйөү усағында,
Килә ҡалһаң, ялҡын һүнер һымаҡ,
Хистәр тере һөйөү булһа ғына!
Саҡрымдарҙы уйҙар аҙым итер,
Уйҙарымда йәшлек яҙым етер,
Хыялдарым яндарыңа китер -
Саҡрымдарҙы уйҙар аҙым итер.
Ҡушымта.
Төштәреңдә мине күрһәң әгәр,
Сыҡма берүк яндарыма сәфәр,
Миңә етә төштәге саф мәлдәр -
Төштәремдә хыялдарым зәңгәр.
Ҡушымта:
Уйҙар һәм мин - был төн ҡосағында -
Хәтирәләр яна һөйөү усағында,
Килә ҡалһаң, ялҡын һүнер һымаҡ,
Йырым тере һөйөү булһа ғына!
Флера Шарипова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1