Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Флорида Исмәғилева - Ултыр әле, әсәй, яндарыма | Текст песни

Нурия Абдуллина көйө һәм шығыры

Туктап ҡалдым тормош юлдарымда,
Ултыр әле, әсәй, яндарыма.
Ҡайгыларға нихәл (нисек) түзәйем,
Серҙәремне кемгә һөйләйем.

"Донъя булғас була төрлө хәлдәр,
Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.
Шулай үтә инде ул был тормош,
Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!"

Кәңәшеңде тотам, әсәйем,
Сабыр итә-итә йәшәйем,
Ниҡ шулай ҙа минең сәстәремә
Йылдар инде ап-аҡ ҡарҙар һибә.

"Донъя булғас була төрлө хәлдәр,
Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.
Шулай үтә инде ул был тормош,
Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!"

Ҡыҙым инде үҫеп буйға етте,
Тормош үҙәненән атлап китте.
Улда миңә шулай килерме:
"Кәңәш бирсе, әсәй!" — тиерме?

"Донъя булғас була төрлө хәлдәр,
Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.
Шулай үтә инде ул был тормош,
Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!"

Другие названия этого текста
  • Нурия Абдуллина - Замира Әхмәтйәнова - Ултыр әле әсәй яндарыма (0)
  • Флорида Исмәғилева - Ултыр әле, әсәй, яндарыма (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2
Видео
Нет видео
-