Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Флүрә Үҙәнбаева - БӘХЕТЛЕ ҒҮМЕРҘӘР Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре | Текст песни

БӘХЕТЛЕ ҒҮМЕРҘӘР /Йыр/
Флүрә Үҙәнбаева көйө һәм башҡарыуында, Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре

Тормошом юлында, йәшлегем яҙында
Һин мине, мин һине һайланыҡ,
Ҡулды ҡулға һалып, иңде иңгә ҡуйып
Йәнәшәләп бергә атланыҡ.

Ҡуш: Мин яратам һине өҙөлөп, өҙөлөп
Төштәремдә һине эҙләйем,
Аяҙ күгем яҡты булһын тиеп
Һиңә оҙон ғүмер теләйем!

Һин сағыу ҡояшым йөрәгем түрендә,
Яҡты нурҙар һибә күңелгә,
Яҙҙарын, йәйҙәрен, көҙҙәрен, ҡыштарын
Беҙ бергә, ҡәҙерлем, гел бергә!

Һөйөүөм наҙында, бәхетем янында
Тирбәлә күңелем ҡылдары,
Мәңгелек йәр булып, өҙөлмәҫ йыр булып
Үтһендәр ғүмерем йылдары.
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ


Флүрә Үҙәнбаева еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1