Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Флүрә Үҙәнбаева - Яраларҙы һөйөү дауалар | Текст песни

Флүрә Үҙәнбаева көйө
Тәнзилә Уликанова һүҙҙәре

Ауыр һүҙең әйтеп китеп барҙың,
Яңғыҙ ҡалдым йәшкә мансылып.
Үткән ғүмеремде иҫкә алам,
Көтәм һине, көтәм талсығып.

Алыҫлашҡан һайын аралар
Тәрәнәйә бара яралар.
Һөйгән йәрҙәрегеҙҙе рәнйетмәгеҙ,
Яраларҙы һөйөү дауалар.

Яраларға минең йөрәгемде
Ни хаҡың бар әйтсе,әйт иркәм.
Һин йәшәһәң минһеҙ йәшәрһең дә,
Мин нишләрмен икән кис, иртән?

Алыҫлашҡан һайын аралар
Тәрәнәйә бара яралар.
Һөйгән йәрҙәрегеҙҙе рәнйетмәгеҙ,
Яраларҙы һөйөү дауалар.

Барһынды онотоп йылы һүҙең
Йөрәгемдә бәлки таралыр.
Кеше бәхете менән йәшәп булмай,
Яраларҙы һөйөү дауалар.

Флүрә Үҙәнбаева еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3