1. Мин яратам был тормоштоң һәр миҙгелен, һәр сәскәһен, болондағы һәр бер гөлөн. Һәр ағасын, урмандағы һәр бер ҡошон Мин яратам һәр миҙгелен был тормоштоң. Ҡушымта: Был һөйөүҙе миңә Хоҙай үҙе бирҙе, Ярат тиеп утты, һыуҙы, күкте, ерҙе. Шуға ла мин бар донъяға яңғыратам Мин яратам был томошто, мин яратам.