Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Флюра Чалыкош Зарипова - Айырылмағыҙ. | Текст песни

Г.Зайнашева һүҙҙәре, Ч.Зинатуллина музыкаһы
Һыу буйында янғыҙ аҡҡош,
Ҡайырылған ҡанаттары.
Ҡанаттарҙы ҡайыра ул,
Ай(ы)рылыу ғазаптары.

Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ,
Булһа ла сәбәптәре.
Ҡанаттарҙы ҡайыра ул
Ай(ы)рылыу сәғәттәре.

Ят ҡошто пар итмәҫ аҡҡош,
Яңғыҙ ҡанат ҡалһа ла.
Беҙ ҙә бергә булалмабыҙ
Һыуҙар үргә аҡһа ла.

Яңғыҙ аҡҡош күргән һайын
Ѳзѳлә бәғерҙәрем.
Ниңә һуң беҙ бергә саҡтың
Белмәнек ҡәҙерҙәрен?

Хыу буйында яңғыҙ аҡҡош,
Ҡайрылған ҡанаттары.
Ҡанаттарҙы ҡайыра ул
Ай(ы)рылыу ғазаптары.

Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ,
Булһа ла сәбәптәре.
Ғүмерҙәрҙе ҡыҫҡарта ул,
Ай(ы)рылыу сәғәттәре...

Флюра Чалыкош Зарипова еще тексты


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2
Видео
Нет видео
-