МИН ФРОНҠА КИТӘМ, ИПТӘШТӘР!
Эйәрләне атай, ялын үреп,
Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-аған,
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.
Мин фронҡа китәм, иптәштәр!
Ышан, атай, һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙатым минең абынмаҫ,
Йәшең тамған бы ҡылысты, әсәй,
Һуғарырмын дошман ҡанында.
Йыуырмын мин фашист ҡаны менән
Илем күкрәгенең яраһын,
Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа
Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым.
Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,
Гүҙәллеген һаҡлап Иҙелдең,
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –
Мин фронҡа китәм, иптәштәр!
1941
Фәнзил Алсынов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1