Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фәнәғәт Юлмөхәмәтов - Йәш беҙҙең күңелдәр | Текст песни

Вил Казыханов һүҙҙәре
Мөфтәҙин Ғиләжев көйө

Зәки Мәхмүтов репертуары

Беҙҙең үткән көндәр,
Йоҡламаған төндәр
Онотолмаҫ йылдар үтһә лә.
тыуған яғыбыҙҙа
Беҙ һалған һуҡмаҡтар
Күптән инде йуйылып бөтһә лә.

Малайҙарҙай әлдә йәш күңел,
Һис кенә лә бирешәсәк түгел.

Беҙ яраткан ҡыҙҙар,
Инде һеҙ ҡайҙарҙа?
Оноттоғоҙ микән һеҙ беҙҙе?
Ошо йырҙы тыңлап,
Үткәндәрҙе уйлап,
Хәтерләрһеҙ, бәлки, һеҙ беҙҙе.

Малайҙарҙай әлдә йәш күңел,
Һис кенә лә бирешәсәк түгел.

Атайҙар юлынан
Беҙ ҙә ҡыйыу үттек,
Элеп ҡуйҙыҡ инде ҡылысты.
Үҫтерәбеҙ улдар,
Үтәясәк улар
Тыуған илем ҡуйған бурысты.

Малайҙарҙай әлдә йәш күңел,
Һис кенә лә бирешәсәк түгел.


Фәнәғәт Юлмөхәмәтов еще тексты


Другие названия этого текста
  • Фәнәғәт Юлмөхәмәтов - Йәш беҙҙең күңелдәр (0)
  • Фәнәғәт Юлмөхәмәтов - Йәш беҙҙең күңелдәр 2012 (0)
Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1