Фәрүәз Килдеғолов көйө
Әнғәм Атнабай шиғыры
Ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас,
Ҡарт-ҡоролар ятып йоҡлағас,
Йөрөүселәр бөткәс күҙ атып,
Егет килде ҡыҙын оҙатып.
Ҡабатлана шулай көн һайын
Йәшлек тигән нәмә, моғайын.
Йоҡоһыҙ һәм айлы төн менән
Башланалыр ҡапҡа төбөнән.
Онотмам, онотмам
Йәшлегем урамдарын.
Туҡтанылар ҡапҡа төбөнә,
Ҡыҙ ашыҡҡан булды өйөнә.
Егет уны ҡыҫтап туҡтатты,
Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатты.
Ҡабатлана шулай көн һайын
Йәшлек тигән нәмә, моғайын.
Йоҡоһыҙ һәм айлы төн менән
Башланалыр ҡапҡа төбөнән.
Онотмам, онотмам
Йәшлегем урамдарын.
Һүҙҙәр бөтмәй йөрәк түрендә,
Улар һаман ҡапҡа төбөндә.
Улар һүҙҙе ҡабат яңыртты,
Ул арала инде таң атты.
Ҡабатлана шулай көн һайын
Йәшлек тигән нәмә, моғайын.
Йоҡоһыҙ һәм айлы төн менән
Башланалыр ҡапҡа төбөнән.
Онотмам, онотмам
Йәшлегем урамдарын.
Фәрүәз Килдеғолов (Йолдыз Шакирова) еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1