Төнө буйы ямғыр яуа, тәҙрәм илай.
Өй ҡараңғы, исмаһам һин иркәм йылмай.
Һин йылмайһаң өй яҡтырп китер һымаҡ.
Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ.
Һин йылмайһаң өй яҡтырп китер һымаҡ.
Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ.
Тышта ямғыр - шылтыр-шылтыр, бер үк тауыш.
Ә күңелдә әллә ниндәй ауыр һағыш.
Ошо һағыш ҡасан ғына үтеп китер.
Йылмай иркәм, ҡояш нурын миңә килтер.
Ошо һағыш ҡасан ғына үтеп китер.
Йылмай иркәм, ҡояш нурын миңә килтер.
Төнө буйы ямғыр яуа, тәҙрәм илай.
Өй ҡараңғы, исмаһам һин иркәм йылмай.
Һин йылмайһаң өй яҡтырп китер һымаҡ.
Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ.
Һин йылмайһаң өй яҡтырп китер һымаҡ.
Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ.
Һин йылмайһаң өй яҡтырп китер һымаҡ.
Фәрүәз Урманшин еще тексты
Другие названия этого текста
- Фәрүәз Урманшин - Йылмай иркәм (0)
- Фаруаз Урманшин - Йылмай иркэм (0)
- Фәрүәз Урманшин - Йылмай иркәм (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2