Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фәрүәз Урманшин - Кисерегеҙ | Текст песни

Зөһрә Фәйзуллина көйө һәм шиғыры

Көндө-көнгә ялғай-ялғай
Айҙар үтә, йылдар үтә.
Япраҡтарын ҡоя-ҡоя
Ғүмеркәйҙәр көҙө етә.

Әйтелмәгән хис-тойғолар,
Үтәлмәгән һүҙ-вәғҙәләр.
Үкендереп, көрһөндөрөп ,
Бәғерҙәрҙе телеп үтә.

Кисерегеҙ, йән-дуҫтарым,
Янығыҙҙа булалманым.
Тормош йөгөн һеҙ тартҡанда
Иңдәремде ҡуялманым.

Кисер мине, йән һөйгәнем,
Сайпылдырҙың хистәремде.
Бирә алманым тик үҙеңә
Мөлдөрәмә тулы көйө.

Кисерегеҙ урман-ҡырҙар,
Тыуып үҫкән ғәзиз тупраҡ.
Мин йөрөйөм сит яҡтарҙа
Сит яҡтарҙан ҡурсау һорап.

Көҙгө елдәр әсе икән,
Ғүмер үкенесле икән.
Һуңлап ҡына ҡәҙерҙәрен
Белеүҙәре ҡыйын икән.

Фәрүәз Урманшин еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1