Ап-аҡ сәстәреңде тарап үргән саҡта
Уйлайһыңдыр, әсәй, беҙҙең хаҡта.
Төбәп күҙҙәреңде беҙҙең ҡайтыр юлға,
Көтәһеңдер инде һәр бер ялда.
припев:
Ишек алдың һинең йәшел келәм,
Беҙ булмағас, үҫкән бәпкә үлән.
Мәрхәмәтле һинең изге-саф күңелең,
Оҙаҡ йәшә, әсәй, шатлыҡ менән!
Изге теләктәрҙе әйтеп барыбыҙға ла,
Һаҡланығыҙ, тинең,яңлыштарҙан
Биҙәр ғүмерҙәрҙе аҡлыҡ булһын йәндә,
Зарланмағыҙ бер ҙә яҙмыштарҙан\".
Әйткән һүҙҙәреңде иҫкә алған саҡта
Йөрәгемдә йәшәү көсөм арта.
Ғүмер көҙләремде уҙған сатымда ла
Ҡабатлармын мин дә балаларға.
Фәриҙә Ғаззалова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 4