Бәхти Ғайсин көйө
Гөлшат Зәйнәшева шиғыры
Һоҡланалар миңә ҡарап дуҫтар,
Йәм табаһың тиеп тормоштан.
Шат йәшәргә һеҙҙән өйрәндем мин,
Шаянлығым минең тыумыштан.
Яндарымда яҡын дуҫтар булһа,
Йырлап үтә йәйе-ҡыштары.
Зәңгәр күктә күпме йондоҙ янһа
Шул ҡәҙәрле ерҙә дуҫтарым.
Моңайырға күнекмәгән күңелем,
Донъя мине көнләшләп атҡан.
Мин тыуғансы минең күгемдәге,
Ҡайғы — томандарын таратҡан.
Минең өсөн иҫә таң елдәре,
Минең өсөн һайрай ҡоштарым.
Зәңгәр күктә күпме йондоҙ янһа
Шул ҡәҙәрле ерҙә дуҫтарым.
Йырлап алам һағыштарым булһа,
Йырлап асам ярһыу күңелемде.
Йыр юлдашым минең, йыр серҙәшем,
Болоттарҙан әрсәй күңелемде.
Яндарымда яҡын дуҫтар булһа,
Йырлап үтә йәйе-ҡыштары.
Зәңгәр күктә күпме йондоҙ янһа
Шул ҡәҙәрле ерҙә дуҫтарым.
Фәриҙә Ҡудашева еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1