Һауаларҙа оса ике аҡҡош,
Ҡаурыйҙары ергә ҡойола.
Янып һөйһәң, күңел ҡанатлана,
Мәңге талмаҫ кеүек тойола.
Һауаларҙа осҡан ике аҡҡош
Айырылмайса йәшәр гел бергә.
Беҙ осарбыҙ бәхет киңлегендә
Һинең менән икәү ғүмергә.
Һауаларҙа осҡан ике аҡҡош
Талғын ғына ҡанат ҡағына.
Әллә нигә бергә саҡтарҙа ла
Күңелем һаман һине һағына.
Һауаларҙа оса ике аҡҡош,
Алыҫтарга китә моңдары.
Киләсәккә аҡҡош юлы булып
Китһен беҙҙең йәшлек йылдары.
Фәридә Кудашева еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1