Дамир Әҙелбаев көйө
Сафуан Әлибаев шиғыры
Шишмә йырлай,
Салғы сыңлай,
Һулыр һауа бал ғына;
Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең,
Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең,
Йәй — кәкүкле таң ғына,
Йәй — кәкүкле таң ғына, таң ғына.
Зәңгәр күктән
Ҡоштар үтә,
Ергә һибелә сың ғына;
Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең,
Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең,
Көҙ — нағышлы моң ғына,
Көҙ — нағышлы моң ғына, моң ғына.
Кис йә иртә
Тәҙрә сиртә,
Ел тынмайса һиҫ кенә;
Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың,
Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың,
Ҡыш — бер уйсан кис кенә,
Ҡыш — бер уйсан кис кенә, кис кенә.
Ҡояш нурлый,
Тамсы йырлый.
Килә (туыр) көләс яз гына;
Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың,
Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың,
Яҙ — өмөтле наҙ ғына;
Яҙ — өмөтле наҙ ғына, наҙ ғына.
Бел ҡәҙерен ил-көнөңдөң,
Бел ҡәҙерен ғүмереңдең, —
Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына,
Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, аҙ ғына.
Фәрит Бикбулатов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1