Фәрит Яҡшиғолов көйө
Дилә Булгакова шиғыры
Минең әсәй бисмиллалы ине
Бисмилла тип таңды башланы.
Бисмиллалы ине еҫебеҙ,
Бисмиллалы ине ашыбыҙ.
Бәрәкәтле булһын икмәгебеҙ,
Шифа бөтмәҫ тауҙа иншалла!
Имен-аман торһын ерҙәребеҙ,
Күңелдәрҙә булһа бисмилла.
Минең әсәй ғәйбәт һөйләмәне,
Нахаҡ һүҙҙәр өйгә ҡертмәне.
Гел игелек, гел изгелек ине,
Кешеләр дә уны көткәне.
Бәрәкәтле булһын икмәгебеҙ,
Шифа бөтмәҫ тауҙа иншалла!
Имен-аман торһын ерҙәребеҙ,
Күңелдәрҙә булһа бисмилла.
Бисмиллалы доғалары менән
Фатихаһын бирҙе киткәндә.
Әсәм кеүек ололарҙы күрһәм
Башым эйәм үтеп кткәндә.
Бәрәкәтле булһын икмәгебеҙ,
Шифа бөтмәҫ тауҙа иншалла!
Имен-аман торһын ерҙәребеҙ,
Күңелдәрҙә булһа бисмилла.
Фәрит Яҡшиғолов еще тексты
Другие названия этого текста
- Фәрит Яҡшиғолов - Бисмилла /минус/ (0)
- Фәрит Яҡшиғолов - Бисмилла (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1