Фәрит Яҡшиғолов көйө Рәдиф Зөбәйеров һүҙҙәре
Ел дауылдар туҙып ҡына тора,
Шатлыҡтарға ҡуйып кәртәләр.
Әренеүлекте уҙып (үтеп) ҡояш сыҡҡас
Ҡабат гүзәлләнә иртәләр.
Шатлыҡтарҙың ояһын
Күңел биреп күрәле.
Гел ҡайғырып йөрөмә һин,
Йәшәү йәмен күрәле.
Тормош ҡасан еңел булды икән?
Һәр кемгә лә килә һынауҙар.
Бәхет тигән изге төшөнсәгә
Йәйҙәремдә төшә ҡырауҙар.
Шатлыҡтарҙың ояһын
Күңел биреп күрәле.
Гел ҡайғырып йөрөмә һин,
Йәшәү йәмен күрәле.
Ел дауылдар өйөрмәләр менән,
Бөтөрөргә теләй, бөгөргә.
Ғазаплы төн уҙып, ҡояш сыҡҡас,
Ҡалғанына була түҙергә.
Шатлыҡтарҙың ояһын
Күңел биреп күрәле.
Гел ҡайғырып йөрөмә һин,
Йәшәү йәмен күрәле.
Фәрит Яҡшиғолов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3